☘️ “Улыбыҙҙы әрем эсереп аяҡҡа баҫтырҙыҡ” — 16 июля 2026 г. в 16:01:50.407
☘️ “Улыбыҙҙы әрем эсереп аяҡҡа баҫтырҙыҡ” 🔥 Улыбыҙ аллергияға ҡаршы дарыуҙар эскәндән һуң, ныҡ хәлһеҙләнә. Теремек, йүгерек бала күберәк ята һәм уйнамай башланы. Был хәл беҙҙе ныҡ борсоно, беҙ нимә эшләргә лә белмәнек. Аптырап, баш ҡалаға ҙурыраҡ түләүле клиникаға барырға сиратҡа яҙылдыҡ. Сират еткәнсе, Зәүхиә апайға ла шылтыратырға булдыҡ. 🍀 Уның кәңәштәрен тотоп, иң беренсе балаға әрем эсерә башланыҡ. Туҡланыуҙы үҙгәрттек. Аҡ ондан бешерелгән, шәкәрле ризыҡтарҙан, магазиндан алып ашаған тәмлекестәрҙән баш тарттыҡ. 🍀 Иртәнсәк торғас, биш бөртөк сәскәһен һыу менән йотһа, көндөҙ һәм йоҡларға ярты сәғәт ҡала бишәр ҡалаҡ төнәтмәһен эсерҙек. Шуныһы ҡыуаныслы булды: әрем эсә башлап, бер-ике көн үтеүгә йоҡонан торғанда күҙҙәре эренләмәй, күҙе асыла башланы... 🔥 Тулыһынса уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2026-07-16/ulyby-y-rem-eserep-aya-a-ba-tyr-y-4754157 ❗️ ИҒТИБАР: Аллергияһы булған кешеләргә, ауырлы, бала имеҙеүсе ҡатындарға әрем ҡулланыу тыйыла. Ҡулланыр алдынан дауалаусы табиптар менән кәңәшләшегеҙ!

