❓Иглинда хәл ҡасан яҡшырыр? — 16 июля 2026 г. в 15:15:02.730
❓Иглинда хәл ҡасан яҡшырыр? 🔷Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә үткән брифингта бөгөн дә Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Тура эфирҙа ҡатнашыусылар халыҡтың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Иглин районынан яҡташыбыҙ яғыулыҡтың ҡасан системалы рәүештә булыры менән ҡыҙыҡһынды. 🔶Был һорауға ла министр урынбаҫары яуап бирҙе. Был көндәрҙә Өфөлә көсөргәнеште кәметеүҙәре, артабан райондарға иғтибар бүленәсәге тураһында белдерҙе. Барыһы ла ыңғай булған саҡта, бер нисә көндә системалы рәүештә тәьмин итеү яйға һалынасағы тураһында әйтте. 🔷Иглин районында хәлдәрҙе тулыраҡ асыҡлау маҡсатында тура бәйләнешкә Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова сыҡты. Ул Иглинға ингән урында , “Лукойл” һәм “Башнефть” заправкалау станциялары урынлашҡан урындан райондағы хәлдәрҙе һөйләне. 📍 - Иглин районы биләмәһендә 30 заправкалау станцияһы булһа, уларҙың 5-һе “Лукойл”дыҡы, 7-һе “Башнефть”теке, 17-һе шәхси заправка станциялары. Күпселек шәхси заправкалар ябыҡ. Иглин районы Өфө менән сиктәш булғас, баш ҡалаға эшкә йөрөүселәр һанының да күп булыуын билдәләргә кәрәк, улар 20 меңгә етә. Быны ла күҙ уңында тотабыҙ. Яғыулыҡ менән тәьмин итеү торошон асыҡлау маҡсатында мониторинг алып барыла. Ике көн Аҡбирҙеләге заправкалау станцияһында хәл ҡатмарлы ине, әле яҡшыраҡ. Станция эшләй, сират кәмегән, 92-се һәм 95-се төр бензин бар, - тип һөйләне. 🤝Иглиндағы хәлдәрҙе артабан да яҡшыртыу йүнәлешендә эшләү маҡсаты ҡуйылды тура эфирҙа. 👍Халыҡтан һорауҙар байтаҡ ағылды. Уларҙың барыһы ла иғтибарға алынасаҡ. Фото: bash.news

