❓Автобустарға бензин етәме? — 16 июля 2026 г. в 13:02:46.085
❓Автобустарға бензин етәме? 🛑 Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә үткән брифингта Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Республика оператив штабының эше лә дауам итә. 📍Тура эфирҙа республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар буйынса министры урынбаҫары Олег Тыщенко, “Башавтотранс” компанияһының генераль директоры Надир Сәмиев ҡатнашты. 🚌 “Башавтотранс” предприятиеһының автобустарынан файҙаланыусылар ҙа аҙ түгел. Был йәһәттән улар ауырлыҡ тоймаймы? 🛑 Был хаҡта Надир Сәмиев һөйләне. Ул конкурс нигеҙендә Рәсәйҙең ҙур поставкалаусылары менән килешеүҙәр төҙөлөүе, хәлдең насар булмауы тураһында әйтте. 🤝 - Берлектә был проблеманың барлыҡ нескәлектәрен өйрәндек. Килешеүҙә яҙылған күләм, тәүлек нормалары һаҡлана, - тине ул. ✅Фото: Башньюс.

