📍Өфөлә бензинға сират кәмей — 16 июля 2026 г. в 12:06:07.926
📍Өфөлә бензинға сират кәмей 🔷Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә үткән брифингта бөгөн дә Башҡортостандың яғыулыҡ баҙарындағы көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде, төбәктең юлдарындағы һәм яғыулыҡ ҡойоу станцияларындағы хәлдәргә байҡау яһалды. Республика оператив штабының эше лә дауам итә, ул тәүлек әйләнәһенә заправкаларҙағы сиратты күҙәтә. 🔶Бөгөн тура эфирҙа республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар буйынса министры урынбаҫары Олег Тыщенко, “Башавтотранс” компанияһының генераль директоры Надир Сәмиев ҡатнашты. 🔷Бөгөн 15 сәғәткә республикала яғыулыҡ йәһәтенән хәлдәрҙең нисек булыуына иң элек Олег Тыщенко асыҡлыҡ индерҙе. - Дөйөм алғанда, Өфөлә хәлдәр яҡшырҙы, сираттар кәмене. Беҙгә хәҙер иғтибарҙы райондарға ла йүнәлтергә кәрәк, унда хәл итә торған мәсьәләләр етерлек, - тине ул. ✅Фото: Башньюс.

