☘️Бүләктәрҙе кем отто?☘️ — 24 июля 2026 г. в 09:09:59.170
☘️Бүләктәрҙе кем отто?☘️ 🎁2026 йылдың икенсе яртыһына “Башҡортостан” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләк уйнаттыҡ. Алдан был сарала ҡатнашыу өсөн 200-гә яҡын квитанция теркәлгәйне. 🎁Шулай итеп, үтек – Белорет ҡалаһынан Юлиә Ғазина өлөшөнә төштө. Аш бүлмәһе өсөн үлсәү Ғафури районы Имәндәш ауылынан Гөлдәр Ишемйәроваға юллана. Блендерҙы Учалы районы Ҡобағош ауылынан Зөлфиә Харисова отто. Дрель-шөрөп борғосто – Дүртөйлө районы Иванай ауылынан Зәһүрә Абдулкарамова, кофебешергесте – Исҡужа ауылынан Н.Б. Йәмилхин отто. Фен – Белореттан Хафиз Иҙрисов бәхетенә яҙҙы. Вентелятор Бөрйәндән Алмира Айҙарбәковаға юллана. Электр сәйнүге Белорет ҡалаһынан Г.Г. Байрамгалинаға яҙҙы. Сәс турайтҡыс Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылынан Гөлназ Исхаҡоваға эләкте. 📍Кемдәр отмаған, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, алда ла шәп бүләктәр буласаҡ, беҙҙең менән ҡалығыҙ! Иҫәнлек-һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар теләп, барығыҙға ла ҡайнар сәләмдәребеҙҙе еткерәбеҙ. ✅Гөлназ ҠОТОЕВА. ✅Таңсулпан БАЙТИМЕРОВА видео/фотоһы.

