⭐Пилотһыҙ авиация яу ҡағиҙәләрен үҙгәртә — 22 августа 2026 г. в 16:55:08.577
⭐Пилотһыҙ авиация яу ҡағиҙәләрен үҙгәртә Пилотһыҙ системалар ғәскәренең үҙенсәлектәре, яуҙағы әһәмиәте тураһында иң күбен улар менән тығыҙ эшләгән кеше беләлер. Шундай яугирҙәрҙең береһе – МХО ветераны, БПЛА операторы Айбулат Булатов. Махсус хәрби операцияла 2022 йылдан алып ҡатнашҡан, ул сағында дрондар ҡулланыу әлегеләй үк булмай әле. 🛰"Пилотһыҙ авиация ысынлап та һуғыш яланы ҡағиҙәләрен үҙгәртә. Заманса технологияларҙы яугирҙәребеҙгә янаған хәүефте кәметеү өсөн ҡулланабыҙ. Һәр осош – ул хәрби бурысты үтәү генә түгел, ә иптәштәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡарыу мөмкинлеге лә. Пилотһыҙ аппарат сәпте аныҡларға ярҙам итә, тимәк, артиллерия анығыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк эшләй. Был штурмовиктарға ла, разведкаға ла дошман тылына сығыуҙы күпкә еңелләштерә тигәнде аңлата, – ти ул. МХО ветераны әйтеүенсә, хәҙерге көндә дрон операторҙары Рәсәй Ҡораллы Көстәренең элитаһы булып һанала. Мәғлүмәт: bash.news/ Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

