😰 Үҫмер әрәм булған... — 22 августа 2026 г. в 10:35:35.843
😰 Үҫмер әрәм булған... ⚠️ Кушнаренко районында төндә 16 йәшлек водитель “Нива” машинаһында барғанда идара итеүҙе юғалта һәм әйләнеп төшөп, юлдан ситкә оса. Уның эскән булыуы, машина йөрөтөүгә танытмаһы булмауы асыҡланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машиналағы 13 йәшлек үҫмер һәләк булған. 😔 Салонда 12 йәштән 15 йәшкә тиклемге алты үҫмер булыуы билдәле. Ҡалған пассажирҙар дауаханаға оҙатылған. Фажиғәгә тарыған ғаиләләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Бик үкенес... ⚡Фото: Дәүләт автомобиль инспекцияһының Кушнаренко буйынса бүлексәһе.

