💞Яугир ғаиләһендә өс игеҙәк сабый донъяға килде — 28 августа 2026 г. в 15:08:53.574
💞Яугир ғаиләһендә өс игеҙәк сабый донъяға килде 😍Өфө ҡалаһының яугир ғаиләһендә өс игеҙәк сабый донъяға килде: Николь, Полина һәм Лев! Уларҙы перинаталь үҙәктә туғандары һәм дуҫтары ҡаршы алды. 🙏Сабыйҙар июль айында тыуһа ла, улар көс йыйып, ауырлыҡтарын нормаға килтергәс кенә табиптар ғаиләне өйҙәренә оҙатты. Балалар донъяға килеү менән 1-се република перинаталь үҙәгенең реанимация һәм интенсив терапия бүлексәһенә ебәрелә. Табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында улар үҙаллы тын алырға өйрәнә, ауырлыҡтарын арттыра, йәшәү өсөн көрәшә. Аҙаҡ патология бүлексәһендә сәләмәтлектәрен нығыта. ❤️“Ике ай буйына үҙәктә йәшәнем. Тәүҙә бер үҙем, аҙаҡ сабыйҙарым менән. Был аҙналар минең өсөн бик тулҡынландырғыс булды. Үҙемде һис тә яңғыҙ тойманым, табиптар эргәмдә булды”, – ти әсә Оксана Целищева. ❤️Өс бала – шатлыҡтар ҙа, бәхет тә өс тапҡырға күберәк тигән һүҙ! Ғаиләгә именлек, сәләмәтлек теләйбеҙ. 📍Фото: Республика клиник перинаталь үҙәк сайтынан. 📌Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

