❗️Баш ҡалала яңы чат-бот эш башланы — 28 августа 2026 г. в 07:02:02.541
❗️Баш ҡалала яңы чат-бот эш башланы МАХ мессенджерында “Өфө городовойы” тип аталған яңы чат-бот булдырылды. Сервис Башҡортостан дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығы тарафынан эшләнгән. Чат-боттың бер нисә функцияһы бар: пилотһыҙ осоу аппараттары һәм ябылған юлдар тураһында иҫкәртеү, урын булған түләүле туҡталҡа эҙләү һәм эвакуацияланған автомобилгә бәйле мәғлүмәт алыу. “Өфө городовойы” чат-ботына ҡушылғығыҙ килһә, ошо һылтанма буйынса инергә була: max.ru/ufa_city_bot. Галина Тряскина фотоһы. ⏩Беҙҙең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gasetabashkortostan

