💔 Яратҡан кешең һине һөймәһә... Йоҡлар алдынан уҡырға һеҙгә бер яҙмыш) — 27 августа 2026 г. в 16:32:29.932
💔 Яратҡан кешең һине һөймәһә... Йоҡлар алдынан уҡырға һеҙгә бер яҙмыш) ❤️Көн дә кискә табан ҡултыҡлашып ҡына йөрөргә сыҡҡан ир менән ҡатынды күреп, уларҙың шул тиклем дә матур мөнәсәбәттәренә һоҡланып ҡарайым. Икеһенең дә йөҙҙәренән - илаһи һиллек, тормоштарынан ҡәнәғәтлек аңҡып торғандай. Ире ҡатынының ҡултыҡлаған ҡулынан тотоп ҡына бара, ә ҡатыны тап булған кешеләргә ғорурлыҡ менән ҡарай. Ә бит ошо көндө күреү өсөн ҡатынына ниндәй генә ҡаршылыҡтар, кәмһенеүҙәр аша үтергә тура килмәгән. 🛑...Зарифа унды тамамлағас, бер нисә айлыҡ курста уҡый ҙа, эшсе һөнәренә эйә булып, заводҡа килеп урынлаша. Яңғыҙ әсәһен йәлләп, өйҙә береһенән-береһе кескәй туғандарына үҙенән өҙөп булһа ла ярҙамлашырға тырыша ул. Бәләкәйҙән уҡытыусы булыу теләге ҡоро хыял булып ҡына ҡала ҡыҙҙың.Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-08-25/yarat-an-keshe-ine-ym-4792716 📍"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

