🍁 Сентябрь айына халыҡ һынамыштары — 3 сентября 2026 г. в 07:32:54.353
🍁 Сентябрь айына халыҡ һынамыштары 🍂 Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр. Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә. 🍁 Сентябрь һалҡын булһа – яҙын ҡар тиҙерәк ирей һәм яҙ тиҙерәк килә. Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә. 🍂 Әгәр сентябрҙә имән ағасында үрмәкселәр күп булһа – Раштыуа алдынан бурандар булыр. Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағасының осонан һарғая башлаһа – яҙ иртә, ә аҫтан һарғая башлаһа - һуң килер. 🍁 Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар тәрән булып ятыр. Аҫтан йөрөһә - ҡыш оҙон булыр. Торналар өҫтән осһа – матур, йылы көҙ оҙаҡ торор. 🍂 3 сентябрҙә ҡайын япраҡтары һарғайып бөтһә - әбейҙәр сыуағы оҙаҡ һаҡланыр, һалҡын һуң килер. 🍁 4 сентябрҙә көн ҡояшлы булһа – октябрь йылы килер. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

