⚡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә,... — 2 сентября 2026 г. в 09:55:24.583
⚡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районы эске эштәр бүлегенә Кушнаренко ауылында урынлашҡан уҡыу йорттарының береһенең директоры мәктәп биләмәһендәге ваҡиға тураһында хәбәр иткән. ✔️ Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, туғыҙынсы класс уҡыусылары араһында бәхәс сыға, һөҙөмтәлә үҫмерҙәрҙең береһе икенсеһенә бысаҡ менән сәнскән. 🧑 Ваҡиға урынына килгән полиция хеҙмәткәрҙәре фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Аңлатыу өсөн бәлиғ булмаған баланы ата-әсәһе менән бергә полиция бүлегенә алып киләләр. Әлеге ваҡытта зыян күреүсе дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау маҡсатында тикшереү үткәрелә. 📌 Кушнаренко районы башлығы Марат Латипов мәктәптә булған. - Әле урында бөтә ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Хәлде асыҡлайбыҙ. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау һәм бындай факттарға юл ҡуймау буйынса бөтә кәрәкле саралар күреләсәк, – тип яҙҙы Марат Латипов үҙенең социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә.

