✨ Сәләмәтлегеңде хәстәрләү – тормошҡа иң ҙур инвестиция — 13 сентября 2026 г. в 14:50:00.497
✨ Сәләмәтлегеңде хәстәрләү – тормошҡа иң ҙур инвестиция 🔷 Яһалма зиһен табипты алмаштыра алмай. Әммә һанлы ассистент - табиптың алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы, бөгөн был технологияларҙы ғәмәлгә индереүҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ. 🔶 Бөгөн яһалма зиһендең төрлө өлкәләрҙә кешегә ярҙамға килеүе тураһында йыш һөйләйбеҙ. Айырыуса уның медицинала киң ҡулланылыуы, яһалма зиһендең пациенттарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа ҙур роль уйнауының уйҙырма түгеллеге, ә ысынбарлыҡ булыуы яҡшы билдәле. Барыһынан да элек ул электрокардиограмма, рентген һәм компьютер томографияһы һүрәттәрен анализлауҙа алмаштырғыһыҙ ярҙамсы. Бөгөн бөтә донъяла йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре кешелек өсөн төп хәүеф тыуҙырғанда, яһалма зиһендең сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлауға, үлем осраҡтарын кәметеүгә ҙур өлөш индереүенә шаһитбыҙ. 🔷 Республика кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева әйтеүенсә, Яһалма зиһендең ҡатмарлы алгоритмы электрокардиограмманы йәшен тиҙлегендә анализлап, тикшереүҙәрҙе хәүеф төркөмдәре буйынса бүлә – түбән, уртаса йәки юғары. ”Ҡыҙыл” кимәлдәге электрокардиограмманы табип тәү сиратта иғтибарға ала. Икеләтә контроль системаһы киҫкен патологияны асыҡ күрергә ярҙам итә, айырыуса ул үҙҙәренең кардиологы булмаған медицина учреждениеларында мөһим. 🔶 Яһалма зиһен тигәндән, ошо көндәрҙә Өфө медицина хеҙмәткәрҙәренең, Рәсәйҙә беренсе булып, ҡан ташыусы роботты эшкә ҡушыуы хайран ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Республика ҡан ҡойоу станцияһы менән Республика клиник перинаталь үҙәк араһында йөрөйәсәк электрон ярҙамсы йөктө термоконтейнерҙа ала һәм кеше ярҙамынан тыш илтә ала. Рәсәйҙәге ҡан компоненттарын ташыусы беренсе медицина роботы маршрутты яҡшы үҙләштергән. Ул график буйынса түгел, ә заказдарға ярашлы эшләй. Перинаталь үҙәк заказ бирә, робот бурысты һәм йөктө ҡабул итә, ваҡытты экономиялау менән бергә персоналға көсөргәнеште лә кәметә. Автомобиль дә, водитель дә, бензин да, хатта шәфҡәт туташы ла кәрәкмәй, ул үҙенең төп функцияһын – пациенттарға ярҙам күрһәтеү бурысын еренә еткереп үтәй. 🔷 Ҡан ҡойоу станцияһының баш табибы Рәмил Хәмитов әйтеүенсә, хәҙер ҡан компоненттарын илтеү күпкә уңайлыраҡ. Машина килгәнен көтөп тормайһың, роботҡа тейәйһең дә оҙатаһың, – ти ул. 👉 Был турала тулыраҡ сайтта уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2026-09-13/s-l-m-tlege-de-h-st-rl-tormosh-a-i-ur-investitsiya-4810873 📍 "Башҡортостан" гәзитенең МАХ каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

