💚 "Авангард" - "Салауат Юлаев" 0:4 — 7 сентября 2026 г. в 15:58:03.611
💚 "Авангард" - "Салауат Юлаев" 0:4 🏒Бөгөн юлаевсылар Омскиҙа уйнаны һәм хужаларҙы 4:0 иҫәбенә ҡыйратты. 👍 Көслө команда менән өфөләр түҙемлек һәм контрһөжүмдәр аша еңеүгә өлгәште. Айырыуса икенсе осорҙа шәп уйнанылар. 👏 Беҙҙекеләрҙән голдарҙы Джек Родуолд, Никита Щербаков, Вадим Шипачев һәм Ярослав Цулыгин индерҙе. 🛑 Джек Родуолдтың быйылғы ике матчта өсөнсө голы. 18 йәшлек Никита Щербаковтың КХЛ-да тәүге голы. Вадим Шипачев та үҙенең оҫталығын күрһәтте. Ә ҡапҡасыбыҙ Семен Вязовой ҡапҡаһына гол индертмәй һаҡлап ҡала алды. ✨ Афариндар! Иртәнән һуң Астанала "Барыс" менән сәкәләшәбеҙ. Ул бөгөн "Себер"ҙе ҡыйрата (өсөнсө осор бара, иҫәп 7:0). Ҡарарбыҙ, кем күберәк гол индерер.

