✨«БЮТ»-та - «Матур фатир» программаһының премьераһы! — 1 октября 2026 г. в 17:55:51.542
✨«БЮТ»-та - «Матур фатир» программаһының премьераһы! Проектты тормошҡа ашырыуҙа 30-ға яҡын шәхси эшҡыуар һәм бәләкәй бизнес вәкилдәре ярҙам итте. Уларҙың һәр береһе был изге эшкә йөрәген һалып, МХО яугире ғаиләләре өсөн ысын изге тылсымсы булды. «Матур фатир» - БЮТ телеканалының үҙенсәлекле хәйриә проекты. Ул махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәрҙең балаларына йылылыҡ һәм хәстәрлек бүләк итеү маҡсатында булдырылған. Проекттың идеяһы ике йыл элек тыуған. Программаның төп маҡсаты - хәрбиҙәрҙең балаларына шатлыҡ бүләк итеү.Ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу өсөн БЮТ «Минең атайым» видеороликтар конкурсын иғлан итте. Унда 3 йәштән 14 йәшкә тиклемге 50-гә яҡын бала ҡатнашты. Һәр видео мөхәббәт, ғорурлыҡ һәм өмөт менән һуғарылған шәхси мөрәжәғәткә әүерелде. Жюри ағзалары: «Бер генә эш тә беҙҙе битараф ҡалдырманы. Һәр роликта ихласлыҡ, күңел йылылығы. Ҡатнашыусылар араһында Ватаныбыҙҙы һаҡлағанда һәләк булған яугирҙәрҙең балалары ла бар», - тип билдәләне. Жюри составына Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Вәдут Исхаҡов, телевидение студияһы директоры Шамил Ишемйәров, телеканалдың баш мөхәррире Гәүһәр Батталова, «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, телепроект продюсеры Лариса Рамаҙанова инде. 📝 Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/godpoleznihdel/2026-10-01/byut-telekanalynda-matur-fatir-programma-yny-premiera-y-4832713