💯Киренән йылытасаҡ!
💯Киренән йылытасаҡ! ❄"Фобос" үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, алдағы аҙнала республикала Ҡаҙағстандан килгән циклон хакимлыҡ итәсәк, уның артҡы өлөшөнә арктик һауа үтеп инә. Ваҡытлыса ҡар ятыуы көтөлә. Төндә -4 градусҡаса һыуыта. ☀️Әммә октябрҙең икенсе декадаһы йәнә ҡыуандырасаҡ. Шулай, 12 октябрҙән Башҡортостанда көндөҙ һауа +15 градусҡаса йылына. Яуым-төшөм туҡтаясаҡ, ҡояшлы буласаҡ. 💥Дөйөм алғанда, 2026 йылдың октябрендә республикала һауа торошо ошо ай өсөн стандарт буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан буйынса октябрь нормаһы +4,3 градус тәшкил итә. Ноябрҙә лә сюрприздар булмаясаҡ — температура норма сиктәрендә ҡаласаҡ (яҡынса -4,4 градус). Фото: Әлиә Хужәхмәтова. Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!