⭐МХО ветерандары ауылды үҫтерә — 4 октября 2026 г. в 13:05:11.027
⭐МХО ветерандары ауылды үҫтерә Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын үҫтереү, тимәк, ауылдарҙа тормошто йәнләндереү маҡсатында булдырылған дәүләт программалары республикала уңышлы тормошҡа ашырыла. Шул иҫәптән былтыр эш башлаған “Агромотиватор” ҙа тармаҡта киң таныла бара. Ул – махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам маҡсатында булдырылған грант программаһы. 2025 йылдың 1 ғинуарында илдең 30-ға яҡын төбәгендә тормошҡа ашырыла башланы. Хәрби хеҙмәте тамамланғас, агросәнәғәт комплексында шәхси бизнесын асырға ҡарар иткән МХО ветерандары өсөн тәғәйенләнгән. Күптән түгел Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында “Агромотиватор” грантына конкурстың 2026 йылғы еңеүселәре билдәләнде. Дөйөм күләме 29,3 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамын яңы эш башлаған алты фермер – махсус хәрби операцияны үткән яугирҙәр аласаҡ. Араларында, мәҫәлән, Әлшәй районынан Мәжит Шәрәфетдинов бар. Әле уның крәҫтиән (фермер) хужалығында 60 баш һыйыр малы иҫәпләнә. Грант аҡсаһына ветеран трактор алырға планлаштырған. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, “Агромотиватор” иҫәбенә ауыл хужалығы техникаһы, мал, орлоҡ, үҫентеләр, фермерлыҡ эшендә кәрәкле ҡорамалдар алырға мөмкин. Шулай уҡ, шарттарға ярашлы, шәхси хужалыҡта яңы хеҙмәт урындары булдырылырға тейеш. Дөйөм алғанда, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ауыл хужалығы ведомствоһы линияһы буйынса комплекслы ярҙам күрһәтелә. Был йүнәлештәр даими тулыландырылып тора. “Агромотиватор” грантына быйыл 14 ғариза килгән. Конкурс комиссияһы алдында проектын яҡлауға 12 дәғүәсе индерелгән. Уларҙың яртыһы грант алыу хоҡуғына эйә булған. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына ярҙам саралары – бәләкәй аграр бизнестың тотороҡло үҫеше нигеҙе. Былтыр, мәҫәлән, дәүләт программаларына ярашлы, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа 416 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән. Уның 87 проценты – федераль бюджеттан. Һөҙөмтәлә 96 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ярҙам алған, улар тарафынан яңы 39 хеҙмәт урыны булдырылған. Был дәүләт булышлығы арҡаһында 80-дән ашыу кеше кооперацияға йәлеп ителгән. ИЛШАТ ФӘЗРАХМАНОВ, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры: – Аграр тармаҡты индустриалләштереү шарттарында ла фермерҙар үҙ урынын ышаныслы һаҡлай. Улар ауылды үҫтерә, баҙарҙа экологик яҡтан таҙа продукция тәҡдим итә, заман мөмкинлектәрен киң файҙаланып, грант конкурстарында теләп ҡатнаша. “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технология йәһәтенән тәьмин итеү” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыуҙа ла беҙҙең республика фермерҙарының өлөшө ҙур. Улар өсөн юл инфраструктураһын яҡшыртыу мәсьәләләре лә дәүләттең даими контролендә. 📌Белешмә “Агромотиватор” гранты эшҡыуарға бер тапҡыр бирелә. Уның минималь күләме – өс миллион һум. Эре йәки ваҡ мал үрсетеүгә йүнәлтелгән проектты тормошҡа ашырыу өсөн ете миллион һумға тиклем ярҙам алырға мөмкин. Эшмәкәрлектең башҡа төрҙәренә – биш миллион һумға ҡәҙәр. Үҙеңдең индергән өлөшөң проект хаҡының кәмендә 10 проценты күләмендә булырға тейеш. 📍Фотола: Әлшәй районынан ветеран-эшҡыуар Мәжит Шәрәфетдинов. Фото: М. Шәрәфетдиновтың шәхси архивынан. 📝 Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!