Перейти к содержимому
Максиметер

👏 Тормоштары еңеләйәсәк

👏 Тормоштары еңеләйәсәк   🔷 Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарына иғтибар ҙур. Күптән түгел ауыр яраланып ҡайтҡан ветерандар өҫтәмә функциялар менән коляска-креслолар һәм адаптив кейем тупланмалары алды. Сара “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалында үтте. 🔶 Кресло-колясканы Йылайыр районынан Данил Ҡыуандыҡов алды. Транспорт сараһы фатирҙан ситтә уңайлы йөрөргә, баҫҡыстар һәм бордюрҙар аша үтергә мөмкинлек бирә. Бындай коляска батареяның бер зарядында 40 километрға тиклем йөрөй ала, бынан тыш, ыҡсымлығы һәм юғары хәрәкәтсәнлеге менән айырылып тора. 🔷 Данил 2024 йылдың 31 авгусында РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 2024 йылдың октябрендә ДХР-ның Ҡыҙыл Яр ауылын азат итеүҙә ҡатнаша. Ике айҙан Селидово янында ВСУ дроны ярсыҡтарынан ауыр яралана, аяҡтарын киҫтерергә тура килә. Яугир “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. – Минең өсөн бындай кресло алыу — ҙур шатлыҡ. Был миңә бер кемде лә борсомаҫҡа, хәрәкәт итеүе еңелерәк буласаҡ тигәнде аңлата. Дәүләт фондына ошондай ярҙам өсөн рәхмәт, — тине Данил Ҡыуандыҡов. 🔶 Адаптив кейем тупланмаларын Асҡын районынан Марсель Камалдинов, Баҡалы районынан Радик Чернов һәм Благовар районынан Алик Ҡарасурин алды. 🔷 Марсель Камалдинов БПЛА операторы булып хеҙмәт итә һәм ауыр яралана. Батырлығы һәм сыҙамлығы өсөн ул “МХО-ла ҡатнашҡаны өсөн” миҙалы һәм “Хәрби батырлыҡ өсөн” билдәһе менән бүләкләнә. Радик Чернов Запорожье өлкәһендәге алыштарҙа гранатометсы вазифаһында ҡатнаша, ауыр яралана. Алик Ҡарасурин ЛХР-ҙа штурмлау бригадаһында хеҙмәт итә, унда яурыны ярсыҡтан яралана, әммә сафта ҡала. Курск өлкәһендә ул ауыр мина-шартлау йәрәхәтенә дусар була, һөҙөмтәлә уң аяғы ампутациялана. Күрһәткән батырлығы өсөн Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.   ✅ Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды.

1 883 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 930 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.