Перейти к содержимому
Максиметер

Ауыл бөтә...

Ауыл бөтә... Кемгә генә һөйләп, йыуанайым Күңелемдә ҡупҡан буранды?! Яйлап ҡына атлап киләм әле, Ҡарай-ҡарай киләм урамды. Ике яҡлап теҙелешкән өйҙәр Йоҡоларға талған, төн һымаҡ; Үҙ-үҙемде семтеп-семтеп алам, Төшмө икән, тиһәм, өн һымаҡ. Өн икән шул, ысынбарлыҡ икән Ауылдарҙың бөтә барыуы. Ауылҡайым, ниҙәр булды һиңә, Ниңә бөттө көсөң, ҡарыуың?! Ҡасан ғына гөрләп тора инең, Тормош ҡайнай ине һәр яҡта, Бала-сағаларҙың тауышынан Зыңлап тора ине ҡолаҡтар. Йылдар үтте. Ана шул балалар Үҫеп етеп, кеше булдылар, Ҡалаларҙа белем алдылар ҙа Йәшәргә тип тороп ҡалдылар. Ҡала, ҡала яны ауылдары Магниттай үҙенә саҡыра, Ипотека тигән матур бер һүҙ Кредит һаҙлығына батыра. Ауыл урамынан атлап барам, Ике яҡҡа бороп башымды. Ауылҡайым, һинең яҙмышҡайың Татһыҙ итә бөгөн ашымды. Бынау өйҙөң яҡты тәҙрәләре Быс(ы)ранған инде, саңланған; Хужабикә күптән түгел генә Ҡайын араһына юлланған. Бында бары берәү генә йәшәй, Бында, бында... берәү тағы ла, Олоғайып, "киткән" кешеләрҙең Өйҙәренә йоҙаҡ тағыла. Һирәк кенә ҡалған балалар ҙа Телефон ҡолона әйләнгән. Эй, интернет, һинең һаҙлығыңа Бар донъябыҙ бөгөн бәйләнгән! Ауыл бөтә, айлап, яйлап ҡына, Ҙураялар һаман ҡалалар. Урман, тауҙарығыҙ, пай ерҙәре Йәл түгелме һеҙгә, балалар?! Йәл түгелме атай-олатайҙар Тормош көткән ғәзиз ерегеҙ? Ҡалаларҙа ҡалып, төпләнһәгеҙ Ҡайтырмы һуң аҙаҡ берегеҙ?! Ауылда ла йәшәү рәхәт хәҙер, Уңғандарға йүне табыла, Вахталарға йөрөп эшләп була, Ерҙә күпме эш бар тағы ла. Атай-әсәй мәңге йәшәмәҫтәр, Буш ҡалмаһын инде нигеҙҙәр. Былай барһа, ауылдарҙы бер саҡ Тарих ерҙәр менән тигеҙләр. ...Бына шундай ауыр-ауыр уйҙар Биләп ала бөгөн башымды, Төнгө йоҡоларҙы ҡасыра ла, Татһыҙ итә тәмле ашымды... ✅ Авторы - Флүрә Маликова. ✅ А. Валтиев фотоһы.

3 167 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 930 подписчиков · Новости

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.