🙏Аҡҡош рәхмәте төшһөн
🙏Аҡҡош рәхмәте төшһөн Ҡариҙел районынан Фәриҙә Хафизова исемле ханым аҡҡошто мәлһеҙ ҡазанан ҡотҡарған. 🦢Ауылдары янындағы күлдә яңғыҙы йөҙөп йөрөгән аҡҡошто күреп, инспекторҙар, ауыл кешеләре уға ярҙам итергә теләй. Фәриҙә Хафизова, әгәр тотоп бирә алһалар, аҡҡошто үҙе тәрбиәгә аласағы тураһында әйтә. Тик аҡҡош береһенән дә тоттормай, кешеләргә яҡынламай. 🙌 Фәриҙә тәүәккәлләп аҡҡошто үҙе саҡырып ҡарай. Ни ғиллә, аҡҡош уның тауышына эргәһенә килә, ҡулынан ашай. Баҡһаң, ҡоштоң бер күҙе бөтөнләй күрмәй, икенсеһе шешеп сыҡҡан була. 💛 Өйҙә үҙе булдыра алғанса ярҙам итеп, Фәриҙә ханым аҡҡошто Өфөгә алып килә. Хәҙер ҡошто тикшереп, дауалаясаҡтар. Һуңынан ул үҙен бер нисә көн эсендә яратып өлгөргән Фәриҙә апайы янына кире ҡайтасаҡ. ❤️Ҡайһы саҡта бер изге күңелле кешенең ғәмәле тирә-яҡта күп нәмәне үҙгәртә ала. Фәриҙәгә аҡҡоштоң рәхмәте төшһөн! 📍Сәләм телеканалы.