💖 ️Байрам Атайҙар көнөнә арнала
💖 ️Байрам Атайҙар көнөнә арнала 🎈Башҡортостанда октябрҙә Атайҙар көнө билдәләнә. Байрам хөрмәтенә 17 октябрҙән 31 октябргә тиклем ҡала һәм райондарҙа “Атай мәктәбе” исеме аҫтында “Ғаилә ялдары” үткәрелә. ✨ Байрам сараларын “Ғаилә” үҙәктәре ойошторасаҡ. Бындай ялдар ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға, атайҙар яуаплылығын арттырырға һәм ата-әсәләрҙең балалар менән берлектәге ялын үткәреү өсөн шарттар тыуҙырырға тейеш. Был йөкмәткеле сара – “Ғаилә” милли проекты йүнәлештәренең береһе. ✨Программала - ғаилә викториналары, кулинария мини-блогы, супергеройҙар һүрәттәре, атайҙар өсөн фотосессиялар һәм открыткалар. Балалар һәм атайҙар бергәләп нимәлер эшләй, фантазиялай ала. Ялдарығыҙ күңелле һәм файҙалы үтһен!