🎉 Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы 20 йыллығын билдәләне
🎉 Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы 20 йыллығын билдәләне 👏 Бөгөн Өфө ҡалаһындағы Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы асылыуға 20 йыл тулыу уңайынан тантаналы сара үтте. Киң йәмәғәтселекте, педагогтарҙы, ата-әсәләрҙе, сығарылыш һәм бөгөнгө уҡыусыларҙы берләштергән кисә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ойошторолдо. 💐 Республиканың Мәғариф министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты, Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһы вәкилдәре һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар 158-се башҡорт гимназияһы коллективы адресына ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. 🎉 Байрам сараһы йыр-бейеүгә, ихлас ҡотлауҙарға һәм бүләктәргә бай булды.