📌 Башҡортостанда дүрт райондағы берәр ауылды берләштерергә ниәтләйҙәр
📌 Башҡортостанда дүрт райондағы берәр ауылды берләштерергә ниәтләйҙәр 🛑 Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Дәүләт төҙөлөшө һәм урындағы үҙидара буйынса комитеты ултырышында тейешле республика закондары проекттары ҡаралды. Мәҫәлән, Әбйәлил районында Хәмит ауыл советында "Крутой Лог" кордонын бөтөрөргә теләйҙәр. Ул 1930 йылдарҙа Башҡортостан тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре өсөн ваҡытлыса тораҡ булараҡ ойошторола. 2000 йылдар башында ҡурсаулыҡ структураһын оптималләштереү менән бәйле урмансылар штаты ҡыҫҡартыла. Шул ваҡыттан алып "Крутой Лог"та бер кем дә йәшәмәй, инфраструктура һәм юлдар, ҡоролмалар юҡ. 🛑Тәтешле районында Үрге Тәтешле ауыл советына ҡараған Никольск һәм Үрге Тәтешле ауылдарын берләштереү планлаштырыла. Сәбәбе – Никольскиҙа газ биреү селтәрҙәренең булмауы. Шуға күрә ул газлаштырыу программаһына инмәй. Хәҙер ауылда 14 кеше йәшәй, 22 йорт буш тора. Был ауылдарҙа йәшәүселәр берләшеүгә ризалаша, ул биләмәне газификациялау мөмкинлеген бирәсәк. Географик яҡтан Никольск үрге тәтешлеләр менән уратып алынған, был ҡушылыу процесын ябайлаштыра. Урындағы властар тарихи исемен һаҡлап, ауылды урамға әйләндерергә ниәтләй. 📍Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. ✍ Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.