💚 "Салауат Юлаев" - "Сочи" 1:2
💚 "Салауат Юлаев" - "Сочи" 1:2 🏒 Бөгөн Өфөгә "Сочи" командаһы килде. 🥅 Был турнир таблицаһында артта барған командаға Сочи ҡалаһында еңелгәйнек инде. Реванш алабыҙмы тиһәк, йәнә эштәр алға бармай. 🛑 Беренсе осор ҡунаҡтар файҙаһына тамамланды. Бына инде 0:2 иҫәбенә еңелеп барабыҙ... Ярай әле йәштәребеҙ сосораҡ булып сыҡты: Мэттью Маджоның оҫта пасынан һуң Максим Загребин гол индерҙе. 🔥 Максимдың голын тағы берҙе ҡарайбыҙ!