⚡ Республикалағы аварияларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлдө
⚡ Республикалағы аварияларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлдө 🚗 Бөгөн көндөҙгө сәғәт икеләр тирәһендә Сермән – Амангилде – Баймаҡ автомобиль юлының 112-се километрында “Лада Гранта” автомобиле юл ситенә ауҙарылған, водителе һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, “Лада Гранта”ның рулендә 69 йәшлек водитель булған. Ул автомобилгә идара итә алмау һөҙөмтәһендә транспорт юлдан ситкә сығып түңкәрелгән. Алынған йәрәхәттәрҙән водитель урында уҡ вафат була. Әле юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү үткәрелә, ваҡиғаның бөтә шарттары асыҡлана. 🚔 Өфөлә иһә “ГАЗель” автомобиле бер ҡатынды бәрҙергән. Был авария ла бөгөн теркәлгән. Ҡала дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 23 йәшлек водитель “ГАЗель”дә хәрәкәт иткәндә йәйәүлеләргә йөрөү тыйылған урында юл аша сағып барған ҡатынды бәрҙергән. Ҡатын алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Әле уның шәхесе асыҡлана. Һәләк булған ҡатынға яҡынса 60 йәш тирәһе. Фото: БР Дәүләт автоинспекцияһынан, скриншот.