🔥Яҡташыбыҙ, медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты, 49-сы армияның мотоуҡсылар полкы мед...
🔥Яҡташыбыҙ, медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты, 49-сы армияның мотоуҡсылар полкы медпункты етәксеһе Марсель Күскилдин һөнәре буйынса табип-анестезиолог-реаниматолог. 2022 йылдың сентябренән – алғы һыҙыҡта. – Тәүҙә танкка ҡаршы дивизионда санитар булдым. Унан – табип. Артабан полктың медицина пункты етәксеһе итеп ҡуйҙылар, – ти яҡташыбыҙ. – Бурысыбыҙ ауырыған, яраланған яугирҙәрҙе дауалау ғына түгел, ә урындағы халыҡҡа ла ярҙам күрһәтеү. Тәүҙә, үҙҙәрендә медицина учреждениеһы булмағанда, ундағы граждандар беҙгә айырыуса йыш мөрәжәғәт итә ине. Әлбиттә, күберәк өлкән йәштәгеләр килде. Ауырлы ҡатындарға, балаларға ла ярҙам иттек. Хәҙер иһә урындағы халыҡ өсөн үҙәк дауахана төҙөлдө, күп осраҡта шунда йөрөйҙәр. 🛑Марсель Күскилдин әйтеүенсә, ул етәкселек иткән пунктта республикабыҙҙан өс табип эшләй. “Беҙҙе Башҡортостандың медицина десанты тип атарға ла була, – ти яҡташыбыҙ. – Минең командала – табиптар, санитарҙар, водителдәр, санитар инструкторҙар. Барыһы ла – үҙ һөнәренең оҫталары. Табип булараҡ, санитарҙар өсөн уҡыуҙар ҙа ойошторабыҙ. Яуҙағы шарттарға бәйле, яралар ҙа үҙгәреп тора, тимәк, белемде даими камиллаштырыу мөһим. Аяғөҫтө уҡыйбыҙ, тәжрибә туплайбыҙ”. 🏅Марсель Күскилдин медицина өлкәһендәге иң юғары наградаларҙың береһе – Ҡырым Лукаһы миҙалы менән бүләкләнгән. “Һаулыҡ һаҡлауҙағы эшмәкәрлегемдең шулай баһаланыуы өсөн ғорурмын”, – ти яҡташыбыҙ. Шулай уҡ ул “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдарына ла лайыҡ булған.