🛑Башҡортостандың 800 ойошмаһында рөхсәт ителгән минимумдан түбәнерәк эш хаҡы түләүҙәре...
🛑Башҡортостандың 800 ойошмаһында рөхсәт ителгән минимумдан түбәнерәк эш хаҡы түләүҙәре асыҡланды 🔺Муниципалитеттарға был компанияларҙағы хәлде өйрәнергә тура киләсәк, тип хәбәр итте республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников легаль булмаған мәшғүллеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара комиссиялар ултырышында. 🔺Рәсмиләштерелмәгән хеҙмәт мөнәсәбәттәренең юғары хәүефле тармаҡтары иҫәбенә агросәнәғәт өлкәһе, ағас ҡырҡыу комплекстары һәм маркетплейстарға заказ биреү пункттары инә. Мельников һүҙҙәренсә, ҡайһы бер предприятиелар йәйге каникул ваҡытында бәлиғ булмағандарҙың хеҙмәтен дә законһыҙ ҡуллана. Тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 28 баланың хеҙмәт эшмәкәрлеген законлаштырыу мөмкин булды. 2026 йылдың туғыҙ айында төбәктә 24 меңдән ашыу кеше "күләгәле" мәшғүллектән сығарылған. Хеҙмәткәрҙәрҙең 90 проценты хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерә. 📌Ғинуар - сентябрь айҙарында республика бюджетында һәм страховка иғәнәләре кереме динамикаһы эш хаҡы үҫешен ике проценттан ашыуға арттырҙы. 📍Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. ❗Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.