Перейти к содержимому
Максиметер

🙌 Хәйерле көн!

🙌 Хәйерле көн! ❄️Ҡасан яуым-төшөм көтөлә? Был турала билдәле булды. Республикалағы һауа торошо норманан 6-7 градусҡа юғары тора. “Фобос”  метеорология үҙәге ноябрь айына фараз бирә һәм йылы ҡояшлы көндәрҙе яуым-төшөм, һалҡындар алмаштырыуы тураһында билдәләне. 🌞 Әле Башҡортостанда көнсығыштан килгән антициклон тәьҫирендә көндәр аяҙ, йылы тора. Синоптиктар билдәләүенсә, йылы көндәргә күп ҡалманы, тиҙҙән һыуыта башлай. 🌝 3 ноябргә тиклем ошолай йылы торасаҡ, яуым-төшөм күҙәтелмәй. Ишек алдында, баҡсала ҡалған эштәрегеҙҙе теүәлләй алаһығыҙ әле. ☔ ️4 ноябрҙән хәл кинәт үҙгәрә. Күк йөҙөн болоттар ҡаплай, ямғырҙар килә. Яйлап һыуыта, һауа температураһы климатик нормаға тап килә. ❄️❄️10 ноябрь һауа температураһы төндә лә, көндөҙ ҙә минусҡа төшә. Метеорологтар тәүге һиҙелерлек ҡар яуыуын фаразлай. 🌄 Бер аҙ һыуытҡандан һуң, ноябрь аҙағында, термометр бағанаһы тағы “плюс”ҡа күтәрелә. 🌞 “Фобос” прогнозына ярашлы, ноябрь аҙағында һауа температураһы +1.. .+6 градустарҙа тирбәлә.   ✨Г. Дауытова фотоһы.

1 380 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 930 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.