Перейти к содержимому
Максиметер

✨ Өфөлә үткәрелеүе осраҡлы түгел

✨ Өфөлә үткәрелеүе осраҡлы түгел   Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында «Рәсәй креатив аҙналығы – Евразия» форумы эшен башланы. Иғтибар үҙәгендә – Рәсәй төбәктәрен һәм партнер илдәрҙе дөйөм ҡиммәттәр һәм мәғәнәләр нигеҙендә берләштереү, уларҙың үҙ-ара файҙалы алмашыуы һәм киләсәкте бергәләп проектлау, шулай уҡ Рәсәйҙең халыҡ-ара кооперациялағы роле.   – Өфөнөң бындай кимәлдәге форумды ҡабул итеүе осраҡлы түгел, – тине  Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. – Республика Рәсәй милли премияһы һөҙөмтәләре буйынса иң алдынғы өсәү иҫәбенә инде, үҙенең “Ижадсылар” премияһын эшләтеп ебәрҙе, белем биреү программаларынан алып акселераторҙарға һәм гранттарға тиклем тулы ярҙам экосистемаһын булдырҙы. Был беҙгә бары ниәт тураһында ғына түгел, ә Евразия партнерҙары менән диалог өсөн әҙер инфраструктура тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә.   Креатив иҡтисадтың берҙәм үҙәге президенты Марина Монгуш белдереүенсә, беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – дөйөм мираҫты, телдәрҙе, технологияларҙы һәм интеллектуаль ресурсты конкурентлы креатив продукттарға әйләндереү һәм иҡтисади файҙа тыуҙырыу өсөн шарттар булдырыу: уртаҡ етештереү, дистрибуция, компетенциялар алмашыу һәм яңы баҙарҙар. Башҡортостан – “Рәсәй креатив аҙналығы – Еврази”  өсөн беренсе майҙан. Бында, бай мираҫ менән заманса индустрияларҙың киҫелешендә, беҙ дөйөм диалог майҙанын булдырабыҙ.   ✨ Тәүге көндә форумда ҡатнашыусылар секцияларҙа шөғөлләнде. Был саралар ике көн дауам итәсәк. Оло йыйында Рәсәйҙең 11 төбәге һәм 14 дәүләт вәкилдәре ҡатнаша. Был илдәр араһында – Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Һиндостан, Төркиә, Мысыр, Ҡаҙағстан, Беларусь.   📸 Р. Кәлимуллин. Автор фотоһы.

676 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 930 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.