Перейти к содержимому
Максиметер

🇷🇺 Бөгөн Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров хеҙм...

🇷🇺 Бөгөн Өфөлә Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан республика Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына – хәрби хеҙмәткәрҙәргә, ауыл эшсәндәренә, судьяларға, табиптарға, сәнғәт эшмәкәрҙәренә һәм башҡа төр һөнәр эйәләренә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. ✨ Бүләкләнеүселәргә мөрәжәғәт итеп, республика етәксеһе дәүләттең көсө халыҡтарҙың берҙәмлегендә һәм тарихҡа һаҡсыл ҡарашта булыуын билдәләне. – Бөгөн беҙҙең изге бурысыбыҙ – Ватан суверенитетын яҡлау. Еңеү, махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеү өсөн барыһын да эшләргә. Ошо көндәрҙә 190-сы гуманитар конвойҙы алып барҙыҡ. Беҙ һәр ваҡыт махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ышаныслы таяныс буласаҡбыҙ. Һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙ, юғары һөнәри оҫталылығығыҙ илде һәм республиканы нығытыуға хеҙмәт итә, – тине Радий Хәбиров. Олег Яровиков, Рәмилә Мусина фотолары.

1 079 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 921 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.