Перейти к содержимому
Максиметер

✨КИЛӘҺЕ ЙЫЛДА ТАҒЫ ЛА ҘУРЫРАҠ ЭШТӘР КӨТӘ

✨КИЛӘҺЕ ЙЫЛДА ТАҒЫ ЛА ҘУРЫРАҠ ЭШТӘР КӨТӘ Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы республикала төрлө саралар уҙа, шулай уҡ милләт-ара татыулыҡҡа өлөш индергән кешеләр үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша. 4 ноябрҙә Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Был дата тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған. Байрам 1612 йылда Минин менән Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан – поляк интервенттарынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырыла. Был көн халыҡ рәсәйҙәрҙең сағыу хәрби традицияларын белһен, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотһон тигән изге маҡсаттарҙы ла ҡуя. Әлбиттә, Ватанды баҫҡынсыларҙан һаҡлау, халыҡтар дуҫлығы, илһөйәрлек кеүек матур сифаттар күп милләтле илебеҙ халыҡтары өсөн дә хас, һәм был яуаплылыҡты һәр кем тоя. 📝 Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2026-11-03/kil-e-yylda-ta-y-la-uryra-esht-r-k-t-4864553

821 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

5 921 подписчиков · Новости

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.