Батыр исеме мәңгелек — 8 июля 2026 г. в 06:52:50.290
Батыр исеме мәңгелек Асҡын ауылының С.Д. Пономарев исемендәге 1-се урта белем биреү мәктәбендә лейтенант Эдуард Мостафин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Эдуард Айрат улы ошо мәктәптә белем алған. Махсус хәрби операция башланған осорҙарҙан алып алғы һыҙыҡта була, Суворов миҙалы менән бүләкләнә. Курск өлкәһе өсөн ҡаты алыштарҙа батырҙарса һәләк була, «Батырлыҡ өсөн» һәм генерал Шайморатов ордендары менән наградланған. https://uchbash.com/articles/care/2026-07-08/batyr-iseme-m-gelek-4744524

