«Маҡсатым – ете тауға артылыу» — 7 июля 2026 г. в 11:50:29.012
«Маҡсатым – ете тауға артылыу» Рөстәм Нәбиев журналистар менән осрашты. Билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм блогер Рөстәм Нәбиев хәбәрселәргә Эверест тауына менеүе һәм киләсәккә пландары хаҡында һөйләне. Әйткәндәй, кисә ул юғары дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Республика Башлығы указы менән ул гражданлыҡ бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙаҡәрлеге, ҡыйыулығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Миҙалды хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров тапшырҙы. https://uchbash.com/articles/kraevedenie/2026-07-07/ma-satym-ete-tau-a-artylyu-4743749

