Загружаем публикацию…
Мы используем cookies для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Хөрмәтле йәмәғәт!“Башҡортостан ҡыҙы” журналы, Мостай Кәрим исемендәге фонд менән берлектә, профессионал яҙыусы булмаған һәм Яҙыусылар ойошмаһында тормаған уҡыусылары араһында бәләкәй хикәйә конкурсы иғлан итә. Әҙәби конкурс олуғ шәхесебеҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 107 йыл тулыуға арнала. Еңеүселәрҙе 20 октябрь – шағирҙың тыуған көнөндә билдәләйәсәкбеҙ.Ҡатнашыусыларға, ярҙам йөҙөнән, хикәйә жанрының был төрө буйынса ҡыҫҡа мәғлүмәт бирәбеҙ. Бәләкәй хикәйәнең сюжеты масштаблы түгел, бында герой тормошондағы бер ситуация һүрәтләнә һәм конкрет эпизодҡа баҫым яһала. Ҡыҫҡалыҡ. Эпик характер. Йыйнаҡлыҡ.Хикәйә күңелде арбар ҡатын-ҡыҙ образын асырға тейеш. Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендәге аҡыл эйәһе Оло инәй йәки сабыр Кесе инәй, мөхәббәте өсөн көрәшкән Аҡйондоҙ йә Мария-Тереза, ил именлеге тип янған Тәңкәбикә кеүек көслө, хисле һәм аҡыллы гүзәл зат тураһында булһын әҫәр. Тематика сикләнмәй.Конкурсҡа 5-8 битлек хикәйәләр ҡабул ителә (шунан ҙур түгел). Жанр формаһы мөмкин тиклем тура килһен (инша, мәҡәлә, нәҫер, һүрәтләмә булмаһын). Әҫәрҙең бығаса бер ерҙә лә баҫылмауы һәм күренмәүе шарт. Һайлап алынғандары журнал биттәрендә донъя күрәсәк. Сөнки был конкурстың маҡсаты ла баҫмабыҙға кәрәкле булған бәләкәй хикәйә формаһын үҫтереү һәм һәләтле авторҙарҙы табыу.Иң беренсе нимә эшләйбеҙ? “Башҡортостан ҡыҙы” журналына йыл аҙағына тиклемгә яҙылабыҙ. Унан хикәйәбеҙҙе, квитанциябыҙҙың фотоһы менән бергә, журнал почтаһына (bashkizi2022@mail.ru) ебәрәбеҙ.