Һөйөнсө!💐 Кисә Салауат Юлаев премияһының быйылғы лауреаттары билдәле булды. Абруйлы премияға лайыҡ булыусылар араһында коллегабыҙ, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире , Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин да бар. Премия Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡуйылған «Бер ғүмер етмәй икән» спектакле өсөн бирелгән. Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Яңынан-яңы ижади уңыштар, еңеүҙәр, башҡорт рухиәте һағында тағы ла оҙаҡ йылдар арымай-талмай хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйбеҙ!