Һуңғы йылдарҙа айыуҙар бик әүҙемләшеп китте. Ошо шарттарҙа Гөлнур Яҡупованың "Йыртҡыс ҡ...
Һуңғы йылдарҙа айыуҙар бик әүҙемләшеп китте. Ошо шарттарҙа Гөлнур Яҡупованың "Йыртҡыс ҡаны" повесы буйынса ҡуйылған спектакль, һис шикһеҙ, ҡыҙыҡһыныу уята. Нисек булыр спектакль? Айыу кешеләргә дуҫмы? Дошманмы? Афишаға ҡарағанда, айыу ҡыҙҙы ҡосағына алып тора. Тимәк, дуҫ? Әллә айыу бында тәбиғәт образын һынландыра һәм тәбиғәт үҙенең балаһын ҡурсалаймы? Һорауҙар күп. Яуабын 12-13 ноябрь М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында үтәсәк "Йыртҡыс ҡаны" спектаклен ҡарағас белербеҙ.
Канал в каталоге Максиметера
455 подписчиков · Медиа и блоги