Перейти к содержимому
Максиметер

Һуңғы ваҡытта кешеләр менән күп аралашырға тура килә. Йыш ҡына Ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһын...

Һуңғы ваҡытта кешеләр менән күп аралашырға тура килә. Йыш ҡына Ҡатын-ҡыҙ бәхете тураһында һөйләшәбеҙ. Иң бәхетле ҡатын кем икән? Ҡатын ҡыҙҙарҙың фекере - күмәк балалары булған ҡатын бәхетле, тигән фекергә киләбеҙ. Ире менән һөйөп, һөйөлөп бәхетле йәшәгән, ун бала табып үҫтергән, бер көтөү ейән-ейәнсәре булған ҡатын - иң бәхетле кеше. Ундай ҡатындарҙы Ирәндек тауы башында биш йөҙ йыл буйы үҫкән һылыу ҡарағасҡа тиңләйем. Ҡарағасты өй һалыу өсөн иң шәп ағас тип яратып ҡулланалар. Ә балалары булмаған ҡатын тамыры ҡороған ҡайын һымаҡ. Тамырҙы ҡоротмау үҙебеҙҙән тора. . Беҙҙә хәҙер "үҙем өсөн йәшәйем" тигән фекер модаға ингән.Юҡ, үҙең өсөн түгел нәҫелеңде көсәйтеү өсөн йәшәргә кәрәк. Лира апай, ниңә үҙең ун бала тапманың, тиерһегеҙ. Ана шулай шул Үкенәм Өс бөртөк кенә балам булды. Хәҙерге аҡылым булһа ун бала тапҡан булыр инем. Эшләргә кәрәк тигән булдым. Ирем Вахит Шәрифйән улы ла әйтерһең тик эшләр өсөн тыуған, егелеп эшләне лә эшләне. Бер улым Чечня һуғышында һәләк булды.Туған-тыумасалы, күмәк балалы ғаиләләргә һоҡланып ҡарайым. Дөрөҫ йәшәйҙәр. Бәхетле, уңышлы булһындар. Кеше лә бит тәбиғәт балаһы. Ә тәбиғәт күп булып үрсеүҙе, күбәйеүҙе ярата. Йәштәргә кәңәшем бәхетле ғаилә ҡороғоҙ, балаларығыҙ күмәк булһын, бергәләшеп татыу итеп йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ. . Ҡатын-ҡыҙҙар, ҺЫЛЫУ ҠАРАҒАС кеүек булығыҙ. Эргә-тирәгеҙ бала-сағалар менән тулһын. Йәнә шуны ла әйтәм. күмәк балалы ғаиләләрҙә өлкәнерәк балалар бәләкәстәрҙе ҡараша. Ауырлыҡ тигеҙ бүленә. Иң бәхетле ғаилә балалары күп булған, татыу булған ғаилә. Уйлап ҡарағыҙ әле, милләттәштәрем?! Лира Яҡшыбаева

111 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

461 подписчиков · Медиа и блоги

Ещё по теме «Медиа и блоги»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.