❤️Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ!
❤️Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! Башҡортостан һуҡырҙар өсөн китапханаһы һеҙҙе ихлас күңелдән йылы көҙгө байрам — Өлкәндәр көнө менән ҡотлай! Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ, китапҡа һәм күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүгә арнаған йылдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Китапханабыҙ тап һеҙҙең тырышлығығыҙ, сабырлығығыҙ һәм һиҙгер йөрәгегеҙ арҡаһында ошондай йылы йортҡа әүерелде. Беҙ һеҙҙең йолаларығыҙға тәрән ихтирам менән эшегеҙҙе дауам итәбеҙ. Яратҡан уҡыусыларыбыҙ, һеҙгә иһә, китапҡа һәм китапханаға тоғролоғоғоҙ өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һеҙ — беҙҙең илһам сығанағы! Һеҙҙең шылтыратыуҙарығыҙ, килеүҙәрегеҙ, уҡыған китаптар буйынса фекер алышыуҙарығыҙ һәм аҡыллы кәңәштәрегеҙ эшебеҙҙе ысын мәғәнәһендә йәнле һәм мәғәнәле итә. Белемгә ынтылыу, әҙәбиәткә һөйөү һәм тормошҡа ҡыҙыҡһыныу йәшкә лә, күреү һәләте сикләнгән булыуға ла бәйле түгеллеген тап һеҙ иҫбатлайһығыҙ. Ошо байрам көнөндә беҙ һеҙгә иң мөһиме ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Һәр көнөгөҙ балаларығыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең һөйөүе, яҡындарығыҙҙың иғтибарына сорналһын. Өйөгөҙҙә тыныслыҡ, муллыҡ һәм йәм хакимлыҡ итһен, ә күңелегеҙҙә һәр ваҡыт яҡты нур балҡыһын. Беҙ Башҡортостан һуҡырҙар өсөн китапханаһында һеҙгә һәр ваҡыт шатбыҙ. Китап йортоноң ишектәре һәм беҙҙең йөрәктәребеҙ һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ! Байрам менән! _______________ ❤️Дорогие наши ветераны, глубокоуважаемые читатели серебряного возраста! Коллектив Башкирской библиотеки для слепых от всей души поздравляет вас с теплым осенним праздником — Днем пожилых людей! Это день мудрости, жизненного опыта и бесконечного уважения к вам. Нашим дорогим ветеранам мы хотим сказать огромное спасибо за те годы, что вы посвятили благородному служению книге и нашим незрячим пользователям. Вашими руками, вашим терпением и чуткостью создавался тот теплый дом, которым стала наша библиотека. Мы бережно храним ваши традиции и продолжаем начатое вами дело. Нашим любимым читателям мы выражаем искреннюю признательность за преданность библиотеке. Вы — наше вдохновение! Ваши звонки, ваши визиты, ваши обсуждения прочитанных книг и мудрые советы делают нашу работу по-настоящему живой и осмысленной. Вы доказываете, что тяга к знаниям, любовь к литературе и интерес к жизни не зависят от возраста и ограничений по зрению. В этот праздничный день мы желаем всем вам, дорогие наши, самого главного — крепкого здоровья! Пусть каждый ваш день будет согрет любовью детей и внуков, вниманием близких людей. Пусть в ваших домах царят мир, достаток и уют, а на душе всегда будет светло. Мы всегда рады вам в Башкирской библиотеке для слепых. Двери нашего учреждения и наши сердца всегда открыты для вас! С праздником!