Моңға ял юҡ🎶 Артистарыбыҙ отпускынан сығып, гастролдәргә юлланды, концерттар ҡуя башла... — 28 августа 2026 г. в 10:35:09.970
Моңға ял юҡ🎶 Артистарыбыҙ отпускынан сығып, гастролдәргә юлланды, концерттар ҡуя башланы. Яңы сезон әле рәсми рәүештә асылмаған, әммә беҙҙекеләр инде тамашасыларын һағынып, улар менән осраша башланы ❤️ Ә концерттан һуң да моң тынмай 😍 Видеола күреүегеҙсә, Ишморат Илбәков, Искәндәр Ғәзизов, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡурайҙа ла, гармунда ла өҙҙөрөп кенә ебәрәләр 🔥 Артист өсөн концерт тамамланһа ла, музыка дауам итә 😉 Ҡәҙерле артистарыбыҙға яңы ижад миҙгелендә уңышлы гастролдәр, матур осрашыуҙар һәм көслө алҡыштар теләйбеҙ! Һәр концертығыҙ тамашасыларға күтәренке кәйеф бүләк итһен ❤️

