9 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Ҡурай көнөнә арналған ҙур байрам конце... — 15 сентября 2026 г. в 09:53:20.620
9 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Ҡурай көнөнә арналған ҙур байрам концерты үтә 🌿 Сәхнәлә - Башҡортостан Республикаһының дәүләт ҡурайсылар ансамбле. Тамашасыларҙы халыҡ йырҙары, заманса композициялар, дәртле бейеү көйҙәре һәм боронғо көйҙәргә ҡоролған ҡурай импровизациялары көтә ✨ Концертта ансамблдең ҡурайсылары һәм йырсылары - Азамат Зиннәтуллин, Шамил Күсәмешев, Венер Йылҡыбаев, Зөфәр Атанғолов, Фәиз Шәрипов, Нурзия Сабитова, шулай уҡ бейеүсе-ҡурайсы Айҙар Исхаҡов сығыш яһаясаҡ🎶 Ансамблдең художество етәксеһе - Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Азат Айытҡолов, музыкаль етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Морат Джанизаков☝ Милли рух, ҡурайҙың илаһи моңо һәм сағыу концерт программаһы һеҙҙе көтә💥 📍 «Башҡортостан» дәүләт концерт залы 🎟 Тулыраҡ мәғлүмәт уҡырға һәм билеттарҙы онлайн һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин: https://bashgf.ru/afisha/event/uraj-k-n-n-bajram-koncerty/ 💳 Пушкин картаһы ғәмәлдә ☎ Касса: (347) 250-77-42