☝«Оҙон көй» флешмобы! Ҡатнашығыҙ!
☝«Оҙон көй» флешмобы! Ҡатнашығыҙ! Хөрмәтле дуҫтар, хеҙмәттәштәр! Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы башҡорт халыҡ оҙон көйөн һаҡлау, популярлаштырыу маҡсатында 27 октябрь «Быуаттар ауазы – оҙон көй» исемле ҙур концерт программаһын тәҡдим итә. 💫Оҙон көй – башҡа милләттәрҙә булмаған, тик башҡорттарҙа ғына һаҡланған милли йыр сәнғәтенең уникаль күренеше. Халҡыбыҙҙың бай тарихын, яҙмышын, рухын сағылдырған оҙон көйҙәрҙе башҡарыу – йырлау оҫталығының иң юғары бейеклеге. Филармония вокалистары репертуарында үлемһеҙ халыҡ йырҙары лайыҡлы урын алып тора. 💥Халҡыбыҙҙың бай йыр мираҫын һаҡлау һәм пропагандалау маҡсатында Башҡорт дәүләт филармонияһы Бәйләнеш (ВКонтакте) социаль селтәрендә флешмоб иғлан итә! Флешмобта ҡатнашырға теләүселәр “Бәйләнеш-Вконтакте” социаль селтәрендә үҙенең шәхси сәхифәһендә (на своей личной странице) күңеленә хуш килгән оҙон көйҙөң бер куплетын йырлап, видео яҙҙырып һала. ‼️Видеояҙманың башында, йә иһә аҙағында 27-се октябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында «Быуаттар ауазы – оҙон көй» исемле матур концерт программаһы үтәсәк, шунда осрашҡанға тиклем, тип әйтеү мотлаҡ! Беҙҙең рәсми төркөмдө билдәләй vk.ru/bashgf һәм түбәндәге хештегтарҙы ҡуя! #НаследиеБашкирОзонКой #ХалҡымМираҫыОҙонКөй #БашкирыОҙонКой #БыуаттарАуызыОҙонКөй #ОҙонКөйБГФ 📍Флешмобта ҡатнашыусылар араһында иң күп тауыш йыйнаусыны (лайктар) иҫтәлекле бүләктәр көтә: 🔹Башҡорт дәүләт филармониһының “Тауыш яҙҙырыу студияһы”нда бер оҙон көйҙө яҙҙырыу; 🔹Йырҙы Ашҡаҙар радиоһында ротация; 🔹БР-ның «КИТАП» нәшриәтенән милли мираҫыбыҙ – оҙон көй, халыҡ ижады тураһында йыйынтыҡтар. 🕒 Флешмоб 27-се октябрға тиклем дауам итәсәк. Дуҫтар, коллегалар! Үҙ моңоғоҙҙо күрһәтегеҙ - оҙон көй флешмобында ҡатнашығыҙ!