🎶 «Берҙән-берем - ғәзиз ерем»: Артистарыбыҙҙан моңло байрам бүләге!
🎶 «Берҙән-берем - ғәзиз ерем»: Артистарыбыҙҙан моңло байрам бүләге! Таһир Сәйфуллин исемендәге Дәүләт академия хор капеллаһы (художество етәксеһе һәм баш дирижеры — Алһыу Хәсбиуллина), Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры (художество етәксеһе һәм баш дирижеры — Ринат Мөхәмәтйәнов) һәм Дамир Тайыпов башҡарыуындағы моңло бүләкте ҡабул итегеҙ. 💫 Беҙҙең йөрәктәрҙе берләштергән «Берҙән-берем — ғәзиз ерем» йыры яңғырай! (Нур Дауытов көйө, Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре). Беҙҙең менән бергә ҡушылып йырлағыҙ! Тыуған еребеҙ һәр саҡ сәскә атһын, ә өйҙәрегеҙҙә һәр ваҡыт бәхет, татыулыҡ һәм ҡот булһын! #Башгосфилармония #БашҡортДәүләтФилармонияһы #ВоспитаниеКультурой #РеспубликаКөнө #СднемРеспублики