БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨ МЕНӘН 💙🤍💚
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨ МЕНӘН 💙🤍💚 ☝1990 йылдың 11 октябрендә “Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында” Декларация ҡабул ителә. Шул йылдан алып Башҡортостаныбыҙҙың халҡы яҡты киләсәккә үҙ аллы юлын башлай. Ә 1992 йылдың 25 февраленән алып, Башҡортостан Республикаһы көнө байрамы барлыҡҡа килә. 1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостаныбыҙҙа Конституция ҡабул ителә. Декларацияның төп положениелары Республикабыҙҙың ҡанундары менән нығытыла! 📆 Был байрам тарихи үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бергә бәйләй. Башҡортостан йылдан-йыл етештереү мөмкинлектәрен арттыра, Рәсәй иҡтисадын һәм социаль именлеген нығыта. Республикабыҙ артабан да сәскә атһын, алға тик яҡшы күрһәткестәр менән барһын! 🎊 Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән Республика көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Иртәләребеҙ ҡояшлы, киләсәгебеҙ яҡты, тыныс, зәңгәр күгебеҙ аяҙ булһын! Татыулыҡ, ҡот-бәрәкәт, иман бер ваҡытта ла беҙҙе ташламаһын! #Филармония #Өфө #БашҡортДәүләтФилармонияһы #РеспубликаКөнөМенән #Республика