Рәхәт икән олоғайғас... — 16 августа 2026 г. в 10:05:09.622
Рәхәт икән олоғайғас... (Шаярыу ҡатыш шиғыр) Олоғайғас рәхәт икән: Эшкә бараһы ла юҡ, Ҡайнар ашты ҡарһаланып Өрөп ҡабаһы ла юҡ. ✅https://kungak.ru/news/pobeda-81/2025-08-30/batima-ay-y-ber-k-n-4366986 Матур күлдәк, йөҙөк, алҡа Һатып алаһы ла юҡ. Төндә бәпестең юрғанын Тороп ябаһы ла юҡ. Үткәндәр менән ризаһың - Яҙмыштарҙан юҡ уҙмыш. Нимәлер иҫбат итмәйһең - Үҙе бер сер ул тормош. Үкенһәң дә, ялбарһаң да, Үҙ өлөшөң алғанһың. Эшләгәнһең, йәшәгәнһең, Йәшнәгәнһең, янғанһың. Һөйөлгәнһең һәм һөйгәнһең Йәшлегең таңдарында. Донъя йөгөнә егелеп, Тартҡанһың ,,һалдарын" да. Олоғайғас сәйер икән: Үҙең баш та, үҙең түш. Умартала - тик инәғорт, Ситкә осҡан оло күс. Олоғайғас ғәжәп икән: Йүгермәйһең мәж килеп. Ваҡытты яйлап һуҙаһың - Ҡалғандың ҡәҙерен белеп. Гөлнур Ғиззәтуллина.