...Бɵткɵһɵҙ халыҡ ағымы мəҙəниəт һарайының вестибюленə ҡуйылған йəшел табутты урай. Зал... — 2 октября 2026 г. в 10:07:08.800
...Бɵткɵһɵҙ халыҡ ағымы мəҙəниəт һарайының вестибюленə ҡуйылған йəшел табутты урай. Залда һаңғырау геүелдəү аҫылынып тора. Кешелəр бер-бер артлы Фəнилə янына килə, күҙҙəренə ҡарап, арҡаһынан һɵйɵп, ниҙер һɵйлəй. Тағы кемдеңдер үҙенə йүнəлгəнен абайлаған һайын ытырғанып ҡата ҡатын, сɵнки һəр ҡағылыу — түҙгеһеҙ һыҙланыуға сəбəп, əйтерһең дə уның тиреһен тунап алғандар ҙа ул ошо ғəм араһына сеп-сей ит булып ҡанһырап баҫып тора. Шуға күрə уның ҡужрайып, ҡулдарын йəн-яҡҡа йəйеп: “Зинһар теймəгеҙсе, яҡын килмəгеҙ инде”, — тип ҡысҡырғыһы килə. Тик улай ярамай. Түҙергə кəрəк. Сɵнки был һыҙланыу инде ғүмер ахырына ҡəҙəр бер минутҡа ла баҫылмаясаҡ. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-02/d-lil-4833137