Апрель аҙаҡтарында һурылып, кибеп барған йәш ҡатындың хәл-торошо тамам хөртәйҙе, быялал... — 2 октября 2026 г. в 17:03:11.346
Апрель аҙаҡтарында һурылып, кибеп барған йәш ҡатындың хәл-торошо тамам хөртәйҙе, быялаланған күҙҙәрендә нур һүрелгәндән-һүрелде. Айтуғанды яңы ғаиләгә бөтөнләй күсерергә ҡарар иттеләр. Эй ул минуттар… Мәңге ҡабатланмаҫ хушлашыу минуттары… Ауыр сирҙән тетелгән, йәнселгән күңел тән ауыртыуын ғына күтәрә икән ул, йән ғазаптары түҙеп торғоһоҙ. Ята-тора йөрөгән Әҙилә ғүмерендә һуңғы тапҡыр балаһын ҡосағына алды, шашып-шашып битенән, сәстәренән үпте, бер туҡтауһыҙ ағылған күҙ йәштәренә быуыла-быуыла сабыйы менән бәхилләште. Иркәләнеп тәтелдәгән Айтуған әсәһенең наҙын, йылыһын башҡаса бер ҡасан да тоймаясағын аңлапмы, Әҙиләнең муйынынан ныҡлап ҡосаҡланы. https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-02/yaralan-an-ya-mysh-auazy-4827538