“Юлдан ял итеп, йылынып, тамаҡ ялғап алырға тип, бер бәләкәй генә төпкөл ауылға һуғылды...
“Юлдан ял итеп, йылынып, тамаҡ ялғап алырға тип, бер бәләкәй генә төпкөл ауылға һуғылдыҡ (ред. — журналистар). Үҙебеҙ менән аҙыҡ-түлегебеҙ бар, мөйөш кенә табырға ҡалды. Күҙгә эленгән тәүге өйгә килеп индек. Урындыҡта бер йәш ҡатын ята, ә иҙәндә, өс мөйөштә — өс бала. Ҡапыл бер ниҙә аңламай хужабикәнән самауыр ҡуйыуын һорайбыҙ. — Үҙегеҙ ҡуйығыҙ, минең хәлем юҡ, — ти ҡатын, саҡ ишетерлек тауыш менән. — Ауырыйһыңмы әллә? — Ун беренсе көн бер ни ашағаным юҡ... Ҡурҡыныс булып китте. Иғтибарлап ҡараһаҡ, балалар ҙа саҡ тын алып, хәлһеҙләнеп ята. Ҡул-аяҡтары бәйле. — Балаларың менән ни булды? Һау түгелдәрме? — Сәләмәттәр. Ун көн ашағандары юҡ... — Ә кем уларҙы мөйөшкә ташланы, етмәһә ҡул-аяҡтарын бәйләне? — Мин үҙем шундай хәлгә еттем. Дүртенсе көн ашамағас, бер-береһен тешләй башланылар. Шуға бәйләнем дә бер-береһенән алыҫҡараҡ һалдым. Балаларҙың хәлен күреп, беҙ шунда уҡ үҙебеҙгә тигән ризыҡтарҙы сығара башланыҡ. Әммә ҡатын бар көсөн йыйып, урындығынан төшөп, беҙҙең алда тубыҡланды һәм иламһыраған тауыш менән икмәктәрҙе кире йәшереүебеҙҙе, балаларына күрһәтмәүҙе үтенде. Был әсәне әрләге килде. Әммә ул: https://tamasha-rb.ru/articles/tarikh-m-sh-khes/2025-10-02/asly-yyldary-tarihta-yna-al-yn-4411745