- Һин минең бисә кеүек ун бала табып үҫтерһәң, нишләр инең икән? Нисегерәк һайрар инең?...
- Һин минең бисә кеүек ун бала табып үҫтерһәң, нишләр инең икән? Нисегерәк һайрар инең? Ун түгел, берәүе лә юҡтыр әле. Бына минең урҙалай өс малай буровойҙа эшләй. Өсәүһе әрмелә, дүрт ҡыҙ мәктәптә уҡый. Беҙҙең бисәләрҙең йыуанлығына килгәне бирле ытырғанып ҡараның. Улар бала табып, ир ҡарап, хәстәрлек-мәшәҡәттәрҙән йыуанайғандар. Бына минең Зәбирәм, - Ирназар ҡатынының иң башына шапылдатып һуғып алды, - яуға сабыр даланлы бисә! Ә мин һиңә бармаҡ осом менән тейергә лә ҡурҡам - ыуалырһың кеүек, - һуңғы һүҙгә баҫым яһап, мыҫҡыллап әйтте Ирназар. Көтөлмәгән “һөжүмдән” ағарынып киткән Йәнбикә ни әйтергә лә белмәне, шулай ҙа үҙен йәһәт кенә ҡулға алды https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-15/s-llekt-ge-rauza-s-sk-e-4845451