— Һөйөнсө! Һыйырың быҙаулаған! – тигән хәбәр менән килеп инә ҡышҡы иртәлә кәртәгә сығып...
— Һөйөнсө! Һыйырың быҙаулаған! – тигән хәбәр менән килеп инә ҡышҡы иртәлә кәртәгә сығып әйләнгән атай.— Нисек? Һәйбәтме? – усаҡ тирәһендә мәшәҡәтләнгән әсәй мейес көлдөксәһенән быймаларын алып, уларға калуш кейҙерә башлай.— Һәйбәт. Имеп тора. Кәүҙәле генә үгеҙ быҙау, - атайым ишек төбөнән үтмәй, әсәйемдең кейенеп, биҙрәгә йылы һыу ҡойоп алғанын көтөп тора ла, эйәртеп алып сығып китә. https://moradim.ru/articles/godpoleznihdel/2026-10-16/by-au-4845516