Был юлы егетте бөтөнләйгә тиерлек сисендереп, өҫтөнә яҡ япма япты табип. Унан шыбырла...
Был юлы егетте бөтөнләйгә тиерлек сисендереп, өҫтөнә яҡ япма япты табип. Унан шыбырлап ҡына былай тине: – Быға операция яһарға кәрәк кисекмәҫтән. Бөтәһе лә шаҡ ҡатты. – Нисек?!. – Шулай. Юғиһә һәләк була был балаҡай. – Киҫәһеңме ни? – Хазбикәнең йөҙө үҙгәрҙе. Инде ни булаһын аңлаған Зөләйхан да ике усы менән сикәһен ҡыҫты. – Хәҙер иғтибар менән тыңла, балаҡай, – табип бик етди, – нисек тә түҙ, бөтә ихтыяр көсөңдө йый, күрһәт мосолман сыҙамлылығын! Иҫһеҙләндереү наркозы юҡ, операцияны ошо килеш яһарға тура килә. Табиптың иҫкәртеүенән тәндәре зымбырланы Рәмзилдең, үҙен аяҡтарын бәйләп һалған мал урынында күрҙе. Икеләнеү ҙә килтереп һуҡты башына. – Операцияһыҙ булмаймы ни? – тине һиҫкәнеп егет, кемдең күрәләтә бысаҡ аҫтына ятҡыһы килһен инде. – Була. Ул саҡта ике көн генә йәшәр ғүмерең ҡала. Асығы шул һиңә, үҙең хәл ит: йәшәргәме, әллә алма кеүек сағыңда ер ҡорттары кимерһенме? https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-17/min-uynarmyn-in-yyrlar-y-4845545